4 Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.
Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.
Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була.
Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була.
Әммә Амасъяһ тыңламай, сөнки, Эдом илаһтарына табынған өсөн, Алла уның кешеләрен Йеһоаш ҡулына тапшырырға ҡарар ҡылған була.
Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?
Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.
Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.
Раббы Үҙе был халыҡтарҙың күңелдәрен ҡатырҙы, улар Исраил менән һуғышһындар ҙа, Раббы Мусаға бойорғанса, исраилдар уларҙы харам ҡылып юҡ итһен, был халыҡтарға аяу булмаһын, улар бөтәһе лә ҡырылып бөтһөн өсөн эшләнде был.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.
Шимшон атаһы һәм әсәһе менән Тимнаға китте. Тимнаның йөҙөм баҡсаларына етәрәк, бер йәш арыҫлан ырылдап ҡаршы сыҡты.
Йәһүҙәнән өс мең кеше Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып, Шимшонға: – Һин пелештиҙәрҙең беҙгә хакимлыҡ иткәнен белмәйһеңме ни? – тинеләр. – Нимә эшләнең һин беҙгә? Шимшон: – Улар минең менән ни эшләне, мин дә уларға шуны эшләнем, – тип яуап ҡайтарҙы.
Ләкин Шимшон: – Хәҙер инде мин пелештиҙәргә яманлыҡ эшләһәм дә хаҡлымын, – тине.