Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 14:18 - Изге Яҙма

18 Етенсе көнөнә ҡояш байыр алдынан ҡала кешеләре Шимшонға: – Нимә балдан татлыраҡ, Арыҫландан көслөрәк? – тинеләр. Шимшон уларға: – Минең танам менән һөрмәһәгеҙ, Йомағымды сисә алмаҫ инегеҙ, – тип яуапланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 14:18
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.


ул да булһа, йәнлектәр араһында иң көслө арыҫлан, һис берәүгә юл бирмәҫ ул,


Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине.


Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе.


Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ