Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 14:17 - Изге Яҙма

17 Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 14:17
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Ҡатыны уға: – Һаман да намыҫ һаҡлайһыңмы? Алланы ҡарға ла үл! – тине.


Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы, тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе.


«Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –


Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.


Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер.


Кәләше илай-илай Шимшонға: – Һин мине яратмайһың, – тине. – Мине күрә алмайһың! Минең ырыуҙаштарыма йомаҡ әйттең дә, йомағыңдың яуабын миңә сисмәйһең! – Атайым менән әсәйемә лә әйтмәгәнде, һиңә әйтәйемме? – тине Шимшон.


Етенсе көнөнә ҡояш байыр алдынан ҡала кешеләре Шимшонға: – Нимә балдан татлыраҡ, Арыҫландан көслөрәк? – тинеләр. Шимшон уларға: – Минең танам менән һөрмәһәгеҙ, Йомағымды сисә алмаҫ инегеҙ, – тип яуапланы.


Делила Шимшонға: – Һин мине һаман алдайһың, дөрөҫөн әйтмәйһең. Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә? – тине. Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә туҡыу станында туҡыманың арҡау ебенә ете тотам сәсемде ҡушып туҡыма һуҡһаң һәм уны ҡаҙаҡ менән беркетеп ҡуйһаң, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө.


Делила Шимшондан: – Әйт әле миңә, һинең көсөң нимәлә? Буйһондорор өсөн һине нимә менән бәйләргә? – тип һораны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ