11 Ул килеүгә хужалар, Шимшон менән булһындар өсөн, утыҙ кейәү егете саҡырҙы.
Кемдең ҡулынан килә ҡапҡалай ауыҙын асыу? Осло тештәренең теҙмәһе ҡот осҡос.
Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!
Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.
Кейәүҙең кәләше бар. Янында баҫып торған дуҫы, уның тауышын ишетеп, ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.
Бына Шимшондың атаһы ҡыҙҙы һората барҙы. Шимшон шунда йәштәргә хас булғанса мәжлес ойошторҙо.
Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен.
Йүгереп барып Шаулды алып килделәр. Ул халыҡ араһына баҫты. Буйға бөтәһенән дә бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.
Улар килгәс, Әлиавты күреп: «Раббының мәсихе ошолор, моғайын», – тип уйланы.