10 Бына Шимшондың атаһы ҡыҙҙы һората барҙы. Шимшон шунда йәштәргә хас булғанса мәжлес ойошторҙо.
Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе.
Кеше табынды күңел өсөн йыя, шарап кәйефте күтәрә, әммә бөтәһе өсөн дә көмөш кәрәк.
Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып:
Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.
Ул килеүгә хужалар, Шимшон менән булһындар өсөн, утыҙ кейәү егете саҡырҙы.
Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне.