Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 13:5 - Изге Яҙма

5 Һин, ауырға ҡалып, малай табырһың. Ул баланың башына бәке теймәһен, сөнки әсә ҡарынынан уҡ был бала Аллаға бағышланып нәзир булыр. Ул Исраилды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡара башлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 13:5
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондорҙо һәм Мәҫәг-Амманы тартып алды.


Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондора һәм Ғаҫ менән уның тирәһендәге ауылдарҙы тартып ала.


Улдарығыҙҙы пәйғәмбәр иттем, Егеттәрегеҙҙән нәзирҙәр билдәләнем. Шулай түгелме ни, исраилдар? – Раббы шулай тип белдерә. –


Нәзирлек нәҙеренең бар дауамында уның башына бәке теймәһен. Раббы нәзирлегенә бағышланыу көнө тулғансы ул изге булып тора, шуға башындағы сәсен үҫтерергә тейеш.


Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


Шуға күрә ул ҡатынға йөрәк серен систе: – Минең башыма бәке тейгәне юҡ, тыуа-тыуғандан бирле Алланың нәзиремен. Әгәр ҙә сәсемде ҡырҡһалар, ҡеүәтем бөтәсәк. Мин көсһөҙләнеп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.


Пелештиҙәр шул рәүешле баҫтырылды. Улар башҡаса Исраил ерҙәренә инмәне. Шемуилдың бөтә ғүмере буйы Раббының ҡулы пелештиҙәргә ҡаршы булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ