3 Бер ваҡыт был ҡатын алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды һәм уға: – Бына һин биҙәүһең һәм балаларың юҡ, – тине. – Әммә ауырға ҡалып, малай табасаҡһың.
Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.
– Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, – тине мосафирҙарҙың береһе. – Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ. Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ауыҙында тыңлап тора ине.
Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.
– Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин. – Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама.
Шул ваҡыт Зәкәрьяһ алдында, хуш еҫ төтәҫләгес ҡорбан усағының уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булды.
Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.
Ҡатын йүгереп барып иренә әйтте: – Теге саҡта яныма килгән кеше тағы күренде.
Маноах Раббы фәрештәһенә: – Бер аҙ көтөп торһаң, кәзә бәрәсе салып, ашарыңа бешерербеҙ, – тине.
Ҡатын ире янына килде лә уға барыһын да һөйләп бирҙе: – Минең яныма Алла бәндәһе килде. Ҡиәфәте менән ул Алланың фәрештәһенә оҡшаған, бик дәһшәтле ине. Мин уның ҡайҙан икәнен һораманым, ул үҙе лә кемлеген әйтмәне.
Маноах Раббыға доға ҡылып: – Эй бөйөк Хакимым, һин ебәргән теге Алла бәндәһе яңынан беҙҙең янға килһен дә тыуасаҡ бала менән ни эшләргә икәнен өйрәтһен ине, – тине.
Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,
Шунда Раббы уға табан боролдо ла: – Әйҙә, үҙеңдә булған көсөң менән барып исраилдарҙы мидйәндәр ҡулынан ҡотҡар, Мин һине Үҙем ебәрәм, – тине.
Ханна ауырға ҡалды һәм, мәле еткәс, ир бала тапты. «Мин уны Раббынан һорап алдым», – тип, Шемуил тигән исем ҡушты.