24 Ҡатын малай тапты һәм уға Шимшон тип исем ҡушты. Сабый үҫкәндән-үҫә барҙы, Раббы уны Үҙенең фатихаһынан ҡалдырманы.
Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.
Ғайса иһә үҫте, аҡыл тупланы, Алланың да, кешеләрҙең дә ихтирамын ҡаҙанды.
Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.
Раббының хәстәрлеге менән Ханна, ауырға ҡалып, өс ул, ике ҡыҙ тапты. Шемуил иһә Раббы хозурында үҫте.
Ул арала үҫмер Шемуил ҙурайҙы, Раббының да, халыҡтың да хөрмәтен ҡаҙана барҙы.
Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.