23 Әммә ҡатыны уға: – Әгәр ҙә Раббы беҙҙе харап итер булһа, тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһын ҡабул итмәҫ ине. Беҙгә быларҙың береһен дә күрһәтмәҫ, ишеткәндәребеҙҙе әйтмәҫ ине, – тине.
Уны изге фатихалар менән ҡаршы алдың, Башына саф алтындан таж ҡуйҙың.
Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.
Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.
Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.
Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.
Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», – тип, йәки баш аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», – тип әйтә алмай.
Ҡатын малай тапты һәм уға Шимшон тип исем ҡушты. Сабый үҫкәндән-үҫә барҙы, Раббы уны Үҙенең фатихаһынан ҡалдырманы.