20 Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды.
Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:
Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.
Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.
Дауыт Орнан янына килә. Дауыт килгәнен күргән Орнан ырҙындан сыға ла ергә тиклем бөгөлөп баш эйә.
Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.
Батшалар бер ергә йыйылдылар, Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр.
Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра.
Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.
Уның тауышын ишеткәйнем, аңымды юғалтып, йөҙтүбән ергә йығылғанмын.
Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны.
Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
Гидғон ҡайтып кәзә бәрәсе салды, бер эфа ондан сөсө икмәк бешерҙе. Итте кәрзингә һалды, ә һурпаны көршәккә ҡойоп, имән төбөнә ҡунаҡҡа килтереп бирҙе.
Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.