18 Раббы фәрештәһе уға: – Ниңә минең исемемде һорайһың? Әйтеүем менән барыбер уға аҡылың етмәй, – тине.
– Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! – тип үтенде Яҡуп. Әммә Теге яуап бирҙе: – Ни өсөн һин Минең исемемде һорайһың? Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе.
Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.
Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!
Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ.
Яу ҡырын тапаған бөтә итектәр, Ҡанға буялған кейемдәр яндырылыр, Ялҡынға ем булыр.
Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.
Ҡатын ире янына килде лә уға барыһын да һөйләп бирҙе: – Минең яныма Алла бәндәһе килде. Ҡиәфәте менән ул Алланың фәрештәһенә оҡшаған, бик дәһшәтле ине. Мин уның ҡайҙан икәнен һораманым, ул үҙе лә кемлеген әйтмәне.