11 Маноах урынынан торҙо ла ҡатынына эйәрҙе. Ул кеше янына барып: – Теге ваҡытта бынау ҡатын менән һин һөйләшкән инеңме? – тип һораны. Теге: – Эйе, мин, – тип яуапланы.
Үҙ телең менән ҡолоңа, атайым Дауытҡа, әйткән һүҙеңде бөгөн Үҙ ҡулың менән ғәмәлгә ашырҙың.
Бер көндө Йушағ Йерихо ҡалаһы эргәһендә үҙ алдында ҡулына ҡынынан сығарылған ҡылыс тотҡан кешене күрҙе. – Беҙҙекеме һин, әллә дошманмы? – тип һораны Йушағ уның эргәһенә барып.
Маноах: – Әйткәнең ғәмәлгә ашҡас, ул бала нисек йәшәргә, ниҙәр эшләргә тейеш? – тип һораны.
Раббы фәрештәһе Маноахҡа: – Ҡатының әйткәндәремдең барыһын да теүәл үтәһен.
Маноах Раббыға доға ҡылып: – Эй бөйөк Хакимым, һин ебәргән теге Алла бәндәһе яңынан беҙҙең янға килһен дә тыуасаҡ бала менән ни эшләргә икәнен өйрәтһен ине, – тине.