15 Вафат булғандан һуң, Һиллел улы Ғавдон Әфраим ерендәге Пирғаҫонда, Ғәмәлек таулығында ерләнде.
Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.
Пирғаҫондан Бенаяһ; Гағаш үҙәненән Һиддай;
Ғәмәлектәр, Рефидимға килеп, Исраил халҡына һөжүм итте.
Унан һуң Пирғаҫондан Һиллел улы Ғавдон Исраил хакимы булды.
Уның ҡырҡ улы һәм утыҙ ейәне бар ине. Уларҙың етмеше лә ишәккә атланып йөрөр булды. Ул Исраилда һигеҙ йыл хакимлыҡ итте.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.
Ғәғлон үҙ тирәһенә ғаммондарҙы һәм ғәмәлектәрҙе туплап, исраилдарға һуғыш менән барҙы, тегеләрҙе еңеп, Хөрмәләр ҡалаһын ҡулға төшөрҙө.
Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине.
Әфраимдан Ғәмәлек еренә ереккәндәр килде, Һинең артыңдан, Бинйәмин, һинең халҡың араһында! Махир нәҫеленән килде ғәскәр башлыҡтары, Зевулундан – хакимлыҡ таяғын тотҡандар.
Шаул ғәмәлектәрҙе ҡыйратты һәм Хауиланан алып Мысыр сигендәге Шурға тиклем уларҙы эҙәрләп барҙы.