9 – Ярар, – тип яуап ҡайтарҙы Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына. – Әгәр мин ҡайтып һеҙ һорағанса ғаммондарға ҡаршы һуғышһам, Раббы уларҙы ҡулыма тапшырған хәлдә, мин ысынлап та һеҙгә башлыҡ булырмынмы?
Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа: – Раббы Үҙе шаһит, барыһы ла һин әйткәнсә булыр, – тинеләр.
Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа: – Шулай ҙа беҙ һине, беҙҙең менән барып, ғаммондарға ҡаршы һуғыш, тип, бөтә Ғилғәд кешеләре өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуйырға килдек, – тинеләр.