8 Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа: – Шулай ҙа беҙ һине, беҙҙең менән барып, ғаммондарға ҡаршы һуғыш, тип, бөтә Ғилғәд кешеләре өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуйырға килдек, – тинеләр.
Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы.
Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын.
– Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен.
Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.
Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!
Ғилғәд халҡы һәм түрәләре бер-береһенә: – Кем дә кем беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бара, шул бөтә Ғилғәд халҡының башлығы була, – тине.
– Ярар, – тип яуап ҡайтарҙы Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына. – Әгәр мин ҡайтып һеҙ һорағанса ғаммондарға ҡаршы һуғышһам, Раббы уларҙы ҡулыма тапшырған хәлдә, мин ысынлап та һеҙгә башлыҡ булырмынмы?