Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 11:36 - Изге Яҙма

36 Ҡыҙы уға: – Атаҡайым, Раббыға нәҙер биргәнһең икән, минең менән Уға ант иткәнсә эшлә. Раббы дошмандарың ғаммондарҙан һинең үсеңде алды бит, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 11:36
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине.


Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул.


– Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ.


Муса Исраил ырыуҙарының башлыҡтарына былай тине: – Раббы бына нимә тип бойорҙо:


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Хешбонда йәшәгән әмөри батшаһы Сихон. Уның батшалығы Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан – үҙәндең урта бер еренән башлана һәм ғаммондарҙың сиге булған Яббоҡ йылғаһына тиклем һуҙыла, Ғилғәдтең яртыһын үҙ эсенә ала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ