Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 11:35 - Изге Яҙма

35 Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып: – Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 11:35
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.


Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы.


Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.


Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.


Ерҙе ҡарап ҡайтҡандарҙан Нун улы Йушағ менән Йефунне улы Калев, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡыслай-йыртҡыслай,


Улар баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Паулусты үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек.


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ