32 Ифтах ғаммондар менән һуғышырға китте һәм Раббы был халыҡты уның ҡулына тапшырҙы.
Йәһүҙә ырыуы яу асты һәм Раббы ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе уның ҡулына тапшырҙы. Йәһүҙиҙәр Бәзәҡтә ун мең кешене ҡырып ташланы.
еңеү яулап ҡайтҡан сағымда өйөмдөң ишегенән миңә ҡаршы беренсе булып сыҡҡан йән эйәһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Һиңә бағышлар инем! – тине.
Ифтах уларҙы ҡырып һалды, Ғароғерҙан Минниҫтың тирә-яғына һәм Авел-Керамимға тиклем егерме ҡаланы юҡ итте. Ғаммондар Исраил халҡына буйһондо.
Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы.
Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне.
Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде.