Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 11:29 - Изге Яҙма

29 Ифтахҡа Раббы рухы иңде. Ул Ғилғәд, Менашше ерҙәрен үтеп, Ғилғәдтәге Миспаға килде лә, унан ғаммондарға табан йүнәлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 11:29
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уны тағы Миспа тип тә йөрөтәләр, сөнки Лаван былай тип тә өҫтәне: – Бер-беребеҙҙән айырылышҡас, икебеҙҙе лә Раббы күҙәтеп торһон.


Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.


Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.


Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо.


Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы.


Ләкин Ғаммон батшаһы Ифтахтың уға ебәргән хәбәренә ҡолаҡ һалманы.


Ифтах Раббыға нәҙер әйтте: – Әгәр ҙә Һин ғаммондарҙы ҡулыма тапшырһаң,


Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе.


Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде.


Гидғонға Раббы рухы иңде. Гидғон мөгөҙ борғо ҡысҡыртты һәм Авиғәзәр нәҫеле йыйылышып уға эйәрҙе,


Гивғаға килеп еткәндәрендә, уларҙы бер төркөм пәйғәмбәрҙәр ҡаршыланы. Шаулды Алла рухы солғап алды һәм ул башҡалар менән бергә пәйғәмбәрлек итә башланы.


Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шаулды Алла рухы солғап алды һәм унда көслө нәфрәт уты ҡабынды.


Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ