24 Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!
Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.
Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.
Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.
Башыңа бәлә килде, Моав! Илаһ Кемоштың халҡы юҡ булды, Улдарың һөргөнгә ебәрелде, Ҡыҙҙарың тотҡонлоҡҡа эләкте.
Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.
Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр ваҡыт һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ.
Ҡайғы һиңә, Моав! Һәләк булдың, Кемошҡа табынған халыҡ! Тырым-тырағай ҡасты улдары, Ә ҡыҙҙары әсирлеккә төштө Әмөри батшаһы Сихонға.
Сөнки улай эш итеүселәр Раббы өсөн ерәнгес. Аллағыҙ Раббы ошо әшәке эштәре өсөн уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡыуасаҡ.
Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.
– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –
Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.
Исраилдың Аллаһы Раббы Үҙе был ерҙәрҙе әмөриҙәрҙән тартып алып, халҡы Исраилға бирҙе. Ә хәҙер һин уны беҙҙән алырға итәһеңме?
Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,
Ноғоми уға: – Күрәһеңме, килендәшең үҙ халҡына, үҙ илаһтарына ҡайтырға булды, бар, һин дә уның менән кит, – тине.