22 Улар Арнондан алып Яббоҡҡа тиклем, сүллектән алып Иорданға тиклем бөтә әмөри ерҙәренә эйә булды.
Арнон үҙәненең сигендә урынлашҡан Ғароғерҙан һәм шул үҙәндәге башҡа бер ҡаланан алып, Ғилғәдкә тиклемге арала булған бер ҡәлғәнең дә диуарҙары беҙ менә алмаҫтай бейек булманы. Аллабыҙ Раббы барыһын да беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы.
Бары тик Аллабыҙ Раббының бойороғо буйынса, ғаммондар иленә – Яббоҡ ағымы буйындағы урындарға ла, таулыҡтағы ҡалаларға ла һөжүм итмәнегеҙ.
Исраилдың Аллаһы Раббы Үҙе был ерҙәрҙе әмөриҙәрҙән тартып алып, халҡы Исраилға бирҙе. Ә хәҙер һин уны беҙҙән алырға итәһеңме?