Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 11:11 - Изге Яҙма

11 Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 11:11
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо.


Шунан ул: «Һиңә минән нимә кәрәк? Ниңә һин минең еремә һуғышырға килдең?» – тигән һорау менән Ғаммон батшаһына илселәр ебәрҙе.


Ифтахҡа Раббы рухы иңде. Ул Ғилғәд, Менашше ерҙәрен үтеп, Ғилғәдтәге Миспаға килде лә, унан ғаммондарға табан йүнәлде.


Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине.


Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.


Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы.


Бөтә халыҡ Гилгалға китте һәм унда Раббы хозурында Шаулды батша итеп ҡуйҙы. Раббыға татыулыҡ ҡорбандары салдылар. Шаул бөтә Исраил халҡы менән бергә рәхәтләнеп күңел асты.


Шемуил бөтә әйткәндәрен тыңлап бөттө лә уларҙың һүҙҙәрен Раббыға еткерҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ