7 Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.
Һинең гүзәллегеңде теләп тоҡанһа батша, Ул – хакимың, ҡаршыһында башыңды эй.
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр.
Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.
Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.
Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.
Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.
Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.
Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.