5 Яир вафат булғас, уны Ҡамонда ерләнеләр.
Уның утыҙ улы булып, утыҙы ла ишәк менеп йөрөр ине. Улдарының утыҙ ҡалаһы була торғайны. Ғилғәд ерендәге был ҡалалар бөгөнгә тиклем Яир ауылдары тип атала.
Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.
Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар.