Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 10:18 - Изге Яҙма

18 Ғилғәд халҡы һәм түрәләре бер-береһенә: – Кем дә кем беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бара, шул бөтә Ғилғәд халҡының башлығы була, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 10:18
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Унда батша итеп иғлан итерлек Бер генә затлы кеше лә ҡалмаҫ, Бөтә етәкселәренең ахыры етер.


Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.


Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо.


Ғилғәд кешеһе Ифтах ҡаһарман һуғышсы ине. Ул бер фәхишә ҡатындан тыуғайны. Атаһының исеме Ғилғәд ине.


Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы.


Күпмелер ваҡыт үткәс, ғаммондар Исраилға яу менән килде.


Ифтах алты йыл Исраил хакимы булды. Ғилғәд улы Ифтах, вафат булғас, үҙенең Ғилғәдтәге ҡалаһына ерләнде.


Улар бер-береһенә: – Алға сыҡҡан анау кешене күрәһегеҙме? Ул Исраилды мәсхәрәләр өсөн сыға, – тиештеләр. – Кем уны үлтерә, батша шул кешегә күп итеп байлыҡ бирер, ҡыҙына кейәү итер, атаһының йортон Исраилда һалымдан азат ҡылыр ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ