1 Авимәләхтең вафатынан һуң, Исасхар тоҡомонан Додонан тыуған Пуаның улы Толағ Исраилды ҡотҡарыусы булды. Ул Әфраим таулығындағы Шамир тигән ерҙә йәшәне.
Исасхарҙың улдары: Толағ, Пуа, Йов һәм Шимрон.
Таулыҡ урындарҙа: Шамир, Яттир, Сохо,
Толағ егерме өс йыл Исраил хакимы булды. Вафатынан һуң Шамирҙа ерләнде.
Унан һуң Бейт-Ләхәмдән Ивсан Исраил хакимы булды.
Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы.
Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине.
Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы итеп Ғоҫниилды, Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улын, ебәрҙе һәм ул уларҙы ҡотҡарҙы.
Шәхәм халҡының ҡылған яуызлыҡтарын да Алла уларҙың үҙ баштарына төшөрҙө. Шул рәүешле Йеруббәғел улы Йоҫамдың ҡарғышы бойомға ашты.