Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 1:4 - Изге Яҙма

4 Йәһүҙә ырыуы яу асты һәм Раббы ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе уның ҡулына тапшырҙы. Йәһүҙиҙәр Бәзәҡтә ун мең кешене ҡырып ташланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 1:4
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.


Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.


Бөгөн иһә бел, Аллаң Раббы ялмап алыусы ялҡын кеүек һинән алда бара. Уларҙы ҡырып-емерәсәк, алдыңа ҡолатып һаласаҡ. Уларҙы ҡыуалаясаҡһың һәм, Раббы һиңә нисек әйткән булһа, тиҙҙән шулай юҡ итәсәкһең.


Йәһүҙә ырыуы үҙҙәренең ҡәрҙәштәре булған Шимғон ырыуына: – Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән барығыҙ, беҙҙең өлөшкә төшкән ерҙәрҙе тартып алыр өсөн, ҡәнғәниҙәргә ҡаршы бергәләп һуғышайыҡ. Һуңынан беҙ ҙә һеҙгә төшкән өлөштө алырға ярҙам итербеҙ, – тине. Шулай итеп, Шимғон нәҫеле улар менән бергә китте.


Бәзәҡтә улар Адони-Бәзәҡ менән осрашты, уға һөжүм итеп, ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе тар-мар итте.


Ифтах ғаммондар менән һуғышырға китте һәм Раббы был халыҡты уның ҡулына тапшырҙы.


Шулай итеп, исраилдар ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр араһында йәшәне,


Шаул уларҙы Бәзәҡтә тупланы. Исраил халҡы өс йөҙ мең, Йәһүҙә кешеләре утыҙ мең ине.


Ә инде: «Беҙҙең янға менегеҙ», – тиһәләр, барырбыҙ. Тимәк, Раббы уларҙы беҙҙең ҡулыбыҙға тапшыра. Был беҙҙең өсөн билдә булыр.


Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ