34 Әмөриҙәр Дан ырыуын тауға табан ҡыҫырыҡланы, уларға үҙәнгә төшөргә мөмкинлек бирмәне.
Ләкин Дан улдары үҙҙәренең биләмәләрен юғалтты. Шуға күрә улар Ләшәм ҡалаһына һөжүм итте, уны баҫып алды һәм кешеләрен ҡылыстан үткәрҙе. Был ҡала уларҙың биләмәһе булды. Улар был ҡалала йәшәй башланы һәм уға үҙҙәренең тәү бабаһы Дандың исеме буйынса Дан тигән атама бирҙе.
Нафтали ырыуы ла Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ ҡалалары кешеләрен ҡыуып сығарманы, шул ерҙәге кешеләр – ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды. Әммә Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ кешеләре уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды.
Әмөриҙәр Хәрәс тауында, Айялонда һәм Шағалвимда йәшәп ҡалды. Ләкин, Йософ ырыуы көсәйеп киткәндән һуң, әмөриҙәр уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды.
Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине. Дан ырыуы ул көндәрҙә, ҡайҙа барып урынлашырға белмәй, йәшәр урын эҙләне, сөнки Исраил ырыуҙары араһында уға ер биләмәһе эләкмәгәйне.