27 Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды.
Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.
Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.
Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!
Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!
Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ.
Менашше ырыуының яртыһына ҡараған ер биләмәһенән – Тағанах һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы ике ҡала алды.
Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.
Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй.
Юл күрһәткән кеше хиттиҙәр еренә барып төйәкләнде, унда Луз тигән ҡала төҙөнө. Ул ҡала әле лә шулай тип йөрөтөлә.
Нығынып-көсәйеп киткәндән һуң, исраилдар ҡәнғәниҙәрҙе үҙҙәренә буйһондороп, мәжбүри эшселәр итте. Әммә уларҙы үҙ ерҙәренән тулыһынса ҡыуып ебәрмәне.
Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне!
Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр.
Шаулдың ҡоралдарын Ғаштареҫтың ҡорамына ҡуйҙылар, ә мәйетен Бейт-Шеан ҡалаһының диуарына ҡаҙаҡланылар.