26 Юл күрһәткән кеше хиттиҙәр еренә барып төйәкләнде, унда Луз тигән ҡала төҙөнө. Ул ҡала әле лә шулай тип йөрөтөлә.
Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,
Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар.
Теге кеше уларға юл күрһәтте. Улар ҡала халҡының барыһын да ҡылыстан үткәрҙе, ә теге кешене бөтөн нәҫел-нәсәбе менән бергә ебәрҙеләр.
Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды.