23 Улар, элекке исеме Луз булған Бейт-Ил ҡалаһы тураһында мәғлүмәт туплар өсөн, шымсылар ебәрҙе.
Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.
Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡәнғән ерендәге Луз (йәғни Бейт-Ил) ҡалаһына килде,
Йософҡа былай тине: – Бер ваҡыт Лузда, Ҡәнғән ерендә, миңә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла күренде. Фатихаһын биреп, Ул:
Йософ нәҫелдәренә йәрәбәгә төшкән ерҙәрҙең сиге Иордан буйынан – Йерихо ҡалаһы эргәһендәге Йерихо сығанағынан көнсығыштараҡ башланып, сүл аша Бейт-Ил ҡалаһына табан, тауға үрләй.
Бейт-Илдән – Лузға, артабан аркиҙар йәшәгән Ғатароҫҡа йүнәлә,
Артабан сик Лузға табан барып, Луздың, йәғни Бейт-Илдең көньяғынан битләүгә бара һәм Ғатароҫ-Аддарға, Түбәнге Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауға ҡарай төшә.
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.
Йушағ Йерихонан Бейт-Илдең көнсығышында, Бейт-Ауенға яҡын урынлашҡан Ғай ҡалаһына кешеләрен ебәрҙе. – Барығыҙ, был ил хаҡында белешеп ҡайтығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ уларға. Тегеләр Ғай ҡалаһын барып тикшерҙеләр.
Йософ нәҫеле Бейт-Илгә һөжүм итте, Раббы улар менән булды.
Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.