20 Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе.
Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты,
Ҡолом Калевты иһә, унда башҡа рух булғаны һәм дә бөтә булмышы менән Миңә эйәргәне өсөн, үҙе ҡарап ҡайтҡан ерҙәргә индерермен, ул ерҙәргә уның тоҡомо хужа булыр.
Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте.
Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды.
Әүәл Хеврон Ҡыръяҫ-Арбағ тип аталған: Арбағ ғанаҡтарҙың иң атаҡлы кешеһе булған. Шулай итеп, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.
Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте.