Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 1:2 - Изге Яҙма

2 – Йәһүҙә күтәрелер. Мин был ерҙе уның ырыуының ҡулына бирәм, – тине Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 1:2
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнсығышта урынлашһын. Йәһүҙәләрҙең башлығы Ғамминадав улы Нахшон булһын.


Беренсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Йәһүҙә ырыуынан Ғамминадав улы Нахшон алып килде.


Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә ҡаһиндар хаҡында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.


– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.


Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.


Йәһүҙә ырыуы үҙҙәренең ҡәрҙәштәре булған Шимғон ырыуына: – Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән барығыҙ, беҙҙең өлөшкә төшкән ерҙәрҙе тартып алыр өсөн, ҡәнғәниҙәргә ҡаршы бергәләп һуғышайыҡ. Һуңынан беҙ ҙә һеҙгә төшкән өлөштө алырға ярҙам итербеҙ, – тине. Шулай итеп, Шимғон нәҫеле улар менән бергә китте.


Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ