Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 1:18 - Изге Яҙма

18 Йәһүҙә нәҫеле тағы ла әйләнә-тирәһендәге ерҙәре менән бергә Газа, Ашҡылон һәм Ғәҡрон ҡалаларын алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 1:18
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды.


Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.


улар араһында йәшәгән барса килмешәктәргә, Ғус еренең бөтә батшаларына, пелештиҙәр иленең бөтә батшалары – Ашҡылон, Газа, Ғәҡрон ҡалалары хакимдары һәм Ашдодтың иҫән ҡалған халҡына;


Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»


Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы.


Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды.


йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;


Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.


Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте.


Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе.


биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр.


Пелештиҙәр Раббыға ғәйеп ҡорбаны булараҡ ебәргән алтындан яһалған оро һындарының береһе – Ашдод, береһе – Газа, береһе – Ашҡылон, береһе – Ғаҫ һәм береһе – Ғәҡрон ҡалаһы өсөн ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ