15 – Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.
Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды.
Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр.
Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер үҙен эшкәрткән кешегә уңыш бирһә, Алла фатихаһын ала.
– Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.
Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:
Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса, ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы: – Нимә теләйһең? – тип һораны.
Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.
Авигаил тиҙ генә ике йөҙ икмәк, ике турһыҡ шарап, бешерелгән биш һарыҡ, биш сеа ҡурмас, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, ике йөҙ бәйләм киптерелгән инжир алды ла уларҙы ишәктәргә артмаҡлатты.
Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен.