14 Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса, ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы: – Нимә теләйһең? – тип һораны.
– Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.