12 Шунда Калев: – Ҡыръяҫ-Сәфәрҙә еңеү яулап, ҡаланы ҡулға төшөргән кешегә ҡыҙым Ғахсаны кәләш итеп бирәм, – тине.
Мин иһә исемеңә мәңгелек дан йырлармын, Көндән көнгә нәҙерҙәремде үтәрмен.
Өйләнегеҙ, һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ.
Шунан Калев, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине.
Бынан Йәһүҙә ырыуы кешеләре, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине.
Ҡаланы Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе.
Улар бер-береһенә: – Алға сыҡҡан анау кешене күрәһегеҙме? Ул Исраилды мәсхәрәләр өсөн сыға, – тиештеләр. – Кем уны үлтерә, батша шул кешегә күп итеп байлыҡ бирер, ҡыҙына кейәү итер, атаһының йортон Исраилда һалымдан азат ҡылыр ине.
Шаулдың ярандары был һүҙҙәрҙе Дауытҡа ишеттерҙе. Дауыт уларға: – Минең кеүек бер ябай, ярлы кешегә батшаның кейәүе булыу анһат тип уйлайһығыҙмы әллә? – тип яуап бирҙе.