Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 1:10 - Изге Яҙма

10 Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 1:10
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы.


– Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.


Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты,


Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.


Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте.


Әүәл Хеврон Ҡыръяҫ-Арбағ тип аталған: Арбағ ғанаҡтарҙың иң атаҡлы кешеһе булған. Шулай итеп, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.


Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе.


Шунан улар таулыҡтарҙа, Негевта һәм Шефелала йәшәгән ҡәнғәниҙәргә яу менән барҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ