Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хаггай 2:5 - Изге Яҙма

5 Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хаггай 2:5
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был юлы һеҙгә һуғышаһы түгел; һеҙ шунда баҫығыҙ ҙа Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап тороғоҙ. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим! Ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын! Иртәгә ҡаршыларына барығыҙ, Раббы һеҙҙең менән булыр».


Уларға өгөт-нәсихәт өсөн Һин игелекле рухыңды бирҙең, Үҙең биргән майҙәне ауыҙҙарынан тартып алманың, һыуһындарын ҡандырырға һыу бирҙең.


Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.


«Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.


һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.


Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып: – Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Муса ҡорбан ҡанын халыҡҡа һирпте лә: – Раббы һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе раҫлаусы ҡан был. Уның һүҙҙәре – килешеү шарттары, – тине.


– Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер.


Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Сөнки һинең уң ҡулыңдан тотоп: „Ҡурҡма, һиңә ярҙам итәм“, – тигән Аллаң Раббы Мин.


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Инде Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә халҡына яҡшылыҡ эшләргә ҡарар иттем. Һеҙ ҡурҡмағыҙ!


Фәрештә ҡатындарға былай тине: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм.


Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.


Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.


Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма ла, өркмә лә. Бөтә ғәскәрең менән Ғай ҡалаһына һөжүм ит. Мин Ғай батшаһын, уның халҡын, ҡалаһын һәм бөтә илен һинең ҡулыңа тапшырам.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


– Ҡурҡмағыҙ, – тине Шемуил халыҡҡа. – Ҡылған яуызлыҡ ҡылынған инде, әммә башҡаса Раббынан ситләшмәгеҙ, Уға бөтә йөрәгегеҙ менән хеҙмәт итегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ