Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 9:24 - Изге Яҙма

24 Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 9:24
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


– Асыуланма, хакимым! Был кешеләрҙең яһиллыҡҡа әүәҫлеген үҙең беләһең.


Һин ишетмәнең дә, белмәнең дә. Әүәлдән ҡолағың томаланған. Мин һинең хыянатсыл икәнеңде беләм; Әсә ҡарынында саҡтан фетнәсе тип аталғанһың.


Баҫыу ҡарауылсылары һымаҡ Улар Йәрүсәлимде уратып алды. Сөнки был ҡала Миңә ҡаршы баш күтәрҙе! – тип белдерә Раббы. –


Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!


Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.


Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.


Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?


Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуғанда: «Раббы беҙҙе тоғро булғанға күрә был ерҙе биләргә алып килде», – тип уйламағыҙ. Раббы был ҡәүемдәрҙе ҡылған яуызлыҡтары өсөн алдығыҙҙан ҡыуа.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ