Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 7:8 - Изге Яҙма

8 Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм, аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм, аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 7:8
44 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лут һаман ашыҡмағас, фәрештәләр Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын, ҡулдарынан етәкләп, ҡаланан алып сыҡты.


Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда Алла Ибраһимды иҫендә тотто. Шуға күрә йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.


Ул мине иркенлеккә сығарҙы, Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы.


Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған.


Һиңә илтифат менән ҡараған, Үҙенең вәкиле сифатында һине Исраил тәхетенә ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Һинең Аллаң Исраилға булған мөхәббәте хаҡына, уны мәңге ҡаҡшамаҫ итеү теләге менән, уға хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын тип, һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған.


Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе, Улар буйһонорға мәжбүр булды.


Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.


Таҡ ҡылысыңды билеңә, батыр яугир! Дан-шөһрәтең, дәрт-дарманыңа төрөнөп,


Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.


– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Раббы миңә алыҫтан күренеп былай тине: «Мин һине яратам, Исраил, Минең һөйөүем мәңгелек, Шуға күрә һиңә тоғро булып ҡалам.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләрмен.


Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.


Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.


Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,


– Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым,


Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!


Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар – һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың һөйөклөләре булып ҡала,


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


ләкин Раббы бары тик аталарығыҙҙы ғына яҡын күрҙе һәм яратты. Бөгөн күргәнегеҙсә, бар халыҡтар араһынан һеҙҙе, уларҙың тоҡомон, һайлап алды.


Уларға ғүмерегеҙ буйы, мәңге именлек һәм яҡшылыҡ күрһәтмәгеҙ.


Ысынлап та, Ул халыҡтарҙы ярата! Бөтә изгеләр – Уның ихтыярында. Улар, аяҡ осона ҡапланып, Уның әйткәндәрен тыңлай.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.


«Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.


Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ