Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 7:7 - Изге Яҙма

7 Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 7:7
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул заманда һанығыҙ аҙ, бик аҙ ине, Был илдә һеҙ бары килмешәк булдығыҙ.


Шунда исраилдар Раббының һүҙенә инандылар, Уға маҡтау йырланылар.


Ата-бабаларыбыҙ кеүек беҙ гонаһ ҡылдыҡ, Енәйәт эшләнек, яуызлыҡҡа баттыҡ.


«Әсе хәсрәттәмен», – тигәндә лә, Йәнем көйөп: «Бөтә кеше алдаҡсы», – тиһәм дә, Раббыға ышанысым юғалманы.


Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.


Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләрмен.


Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.


Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.


Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – затлы, ә икенсеһен ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни?


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ.


Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Аллаң Раббы күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.


Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.


Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ