Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 7:13 - Изге Яҙма

13 Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 7:13
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.


Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.


Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине.


Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.


Раббының һүҙҙәре – пактан-пак: Усаҡта ете ҡат яндырылып Таҙартылған иң саф көмөш һымаҡ.


Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр.


Ул күкте болоттар менән ҡаплай, Ерҙе ямғыр менән туйындыра, Үлән үҫтерә тауҙарҙа.


Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын.


Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.


Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.


Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.


Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


сөнки Мине яратҡанығыҙ һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙ өсөн, Атам Үҙе һеҙҙе ярата.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.


Раббы ата-бабаларығыҙға ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә һәр йәһәттән бәрәкәт бирер: балаларығыҙ күп, малдарығыҙ ишле, тупрағығыҙ мул уңышлы булыр.


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ата-бабаларығыҙ биләгән ергә килтерер, һәм һеҙ уны биләмә итеп алырһығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙгә ата-бабаларығыҙға ҡарағанда ла ҙурыраҡ яҡшылыҡ ҡылыр, һеҙҙе уларға ҡарағанда ла ишлерәк итер.


Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ