Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 7:10 - Изге Яҙма

10 Ә Уны күрә алмаусыларға һәләкәт ебәрә. Кисектереп тормай, язаны Уны күрә алмаусының үҙенә бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Ә Уны күрә алмаусыларға һәләкәт ебәрә. Кисектереп тормай, язаны Уны күрә алмаусының үҙенә бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Ә Уны күрә алмаусыларға һәләкәт ебәрә. Кисектереп тормай, язаны Уны күрә алмаусының үҙенә бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 7:10
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Мөхәббәтен меңенсе быуынға ҡарата ла һаҡлай; ғәйептәрҙе, гонаһтарҙы һәм енәйәттәрҙе ғәфү итә. Әммә ғәйеплене ғәйепһеҙ тип танымай: аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалар.


Тәҡүә ер йөҙөндә әжерен ала икән, яуыз менән гонаһ эйәһе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.


Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк.


Меңдәрсә кешеләргә мөхәббәтеңде күндерәһең, әммә аталарының гонаһтары өсөн аҙаҡтан балаларынан түләтәһең. Эй бөйөк һәм ҡеүәтле Алла! Күк ғәскәрҙәре Раббыһылыр Һинең исем-атың!


Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.


Һандыҡ юлға ҡуҙғалған һайын Муса былай тиер булды: – Эй Раббым, ҡалҡ! Дошмандарың тырым-тырағай таралһын, Һине күрә алмағандар алдыңдан ҡасып бөтһөн!


Һин Үҙең бит: «Раббы сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, ғәйептәрҙе һәм енәйәттәрҙе ғәфү итеүсе, әммә язаһыҙ ҡалдырмаусы, ә аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаусы», – тип әйткәйнең.


Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Урамда уларҙы ҡылыс ялмар, Өйҙә дәһшәт алҡымынан алыр: Егеттәр менән ҡыҙҙар ҙа, Сабыйҙар менән ҡарттар ҙа үлер.


Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.


Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.


Уларға табынып, сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Шуға күрә бөгөн мин һеҙгә биргән бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ.


Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ