20 Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.
Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
Ялған хәбәр таратма. Хөкөм иткәндә, ялған шаһитлыҡ биреп, яман кешене яҡлама.
Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ.
Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән һәләк булыр.
тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат.
Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
– Ҡайһыларын? – тип һораны теге егет. – «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә,