Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 5:2 - Изге Яҙма

2 Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 5:2
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Исраил халҡы менән килешеү төҙөп уларға: – Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, уларға ғибәҙәт ҡылмағыҙ, хеҙмәт итмәгеҙ, ҡорбан килтермәгеҙ.


Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандың өсөнсө айында – яңы ай тыуған көндө – Синай сүленә килеп етте.


Муса ҡорбан ҡанын халыҡҡа һирпте лә: – Раббы һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе раҫлаусы ҡан был. Уның һүҙҙәре – килешеү шарттары, – тине.


– Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, сығарған саҡта улар менән килешеү төҙөп әйттем:


Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ.


– Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙгә: «Был тауҙа етерлек торҙоғоҙ! – тине. –


Раббының Исраил халҡы менән Хорев тауында төҙөгән килешеүенә өҫтәлмә булараҡ, Раббы Мусаға Моав ерендә лә килешеү төҙөргә бойорҙо. Был килешеүҙең һүҙҙәре ошо.


Ул һеҙгә килешеүен, йәғни һеҙгә үтәргә әмер иткән ун бойороғон иғлан итте. Уларҙы ике таҡтаташҡа яҙҙы.


Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ.


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ