Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 5:12 - Изге Яҙма

12 Аллаң Раббы бойорғанса, шәмбе көнөн тот һәм уны изге ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Аллаң Раббы бойорғанса, шәмбе көнөн тот һәм уны изге ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Аллаң Раббы бойорғанса, шәмбе көнөн тот һәм уны изге ит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 5:12
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем.


Муса уларға: – Быны Раббы шулай ҡушты: иртәгә – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Бөгөн теләгәнсә бешерегеҙ, теләгәнсә төшөрөгөҙ, артҡанын иртәгәгә ҡалдырығыҙ, – тине.


Шул рәүешле, етенсе көндө халыҡ ял итте.


– Һин исраилдарға әйт: «Минең шәмбеләремде һаҡлағыҙ. Шәмбе – Мин, Раббы, һеҙҙе изге булыр өсөн Үҙемә айырып алғанды онотмаһын өсөн, Минең менән һеҙҙең араға быуындан-быуынға ҡуйылған билдә ул.


Алты көн эшләһендәр, етенсе көн – шәмбе, ял көнө, Раббыға бағышланған изге көн. Шәмбе көнө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителергә тейеш.


Раббы юлына ҡушылған, Уға хеҙмәт иткән, Уның исемен яратҡан, Уның ҡолона әйләнгән сит ил кешеһен, Шәмбе көнөн тотҡан, Уны нәжесләнеүҙән һаҡлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған һәр кемде


Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң, Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“ тип, Раббының изге көнөн „хөрмәтле“ тип һанаһаң; Көндәлек эшең менән булышмай, Табыш артынан ҡыумай, Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң,


Шәмбе көндө өйҙәрегеҙҙән йөк алып сыҡмағыҙ, бер ниндәй эш менән дә шөғөлләнмәгеҙ – ул көндө изге тип белегеҙ. Мин ата-бабаларығыҙға шулай тип бойорғайным.


Шунан Ғайса уларға: – Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. –


Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ