Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 4:26 - Изге Яҙма

26 бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аръяғына сығып биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 4:26
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.


Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Шунлыҡтан һеҙҙе был ерҙән ҡыуып, үҙегеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән бер илгә атып бәрәм. Унда көнө-төнө башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ – инде Мин һеҙгә мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен».


Шаҡ ҡатығыҙ, күктәр, Ҡот осҡос был хәлгә тетрәнегеҙ, – тип белдерә Раббы. –


Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!


Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың.


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм, тәкәббер ҡеүәтен юҡҡа сығарам, Исраил тауҙары бушап ҡаласаҡ, уларҙан һис кем йөрөмәйәсәк.


шуның өсөн, эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Тирә-яҡтағы ҡәүемдәрҙең табышына, әҙәм мәсхәрәһенә әйләнгән тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә, буп-буш ҡалған емереклектәргә һәм ташландыҡ ҡалаларға


Әгәр ерҙе нәжесләһәгеҙ, ул, һеҙҙән алда йәшәгән ҡәүемдәр кеүек үк, һеҙҙе лә ҡоҫоп ырғытыр.


Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ.


Раббы һеҙгә ҡарғыш, өмөтһөҙлөк ебәрер, һәр эшегеҙҙә уңышһыҙлыҡҡа дусар итеп, һәләк ҡылыр. Раббынан йөҙ сөйөргәнегеҙ өсөн һәм яуыз ғәмәлдәрегеҙ арҡаһында юҡҡа сығырһығыҙ.


Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр.


Аллағыҙ Раббыны тыңламаған, Уның бойороҡтарын үтәмәгән, ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн бөтә был ләғнәттәр башығыҙға яуыр, һеҙ ҡырылып бөткәнсе эҙәрләр һәм ҡыуып етер.


Һеҙ ҡырылышып бөткәнгә тиклем Раббы хатта был ҡанун китабында яҙылмаған ауырыуҙарҙы һәм бәхетһеҙлектәрҙе лә ебәрер.


Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».


Яныма ырыуҙарығыҙҙың аҡһаҡалдарын һәм етәкселәрен саҡырығыҙ. Был һүҙҙәрҙе уларға телдән әйтермен, шаһит итеп, ер менән күкте саҡырырмын.


«Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк; Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет!


Юғиһә улар улдарығыҙҙы Раббынан биҙҙерер һәм балаларығыҙ башҡа илаһтарға хеҙмәт итә башлар. Бына шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул һеҙҙе юҡ итер.


Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ.


Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңламаһағыҙ, алдығыҙҙан юҡ итәсәк башҡа халыҡтар кеүек, һеҙ ҙә һәләк буласаҡһығыҙ.


Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙ Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙһағыҙ, Уның ҡушҡандарын тыңламаһағыҙ, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башлаһағыҙ – шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм бик тиҙҙән һеҙ Ул бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ булырһығыҙ.


Әгәр ҙә һеҙ Раббыны ҡалдырып сит илаһтарға сәждә ҡыла башлайһығыҙ икән, Ул һеҙгә золомон ебәрер, һеҙҙән ситкә боролор – Үҙенең бөтә яҡшылыҡтарынан һуң Ул һеҙҙе юҡ итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ