Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 4:19 - Изге Яҙма

19 Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы, – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 4:19
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла: «Күк көмбәҙендә көндө төндән айырған яҡтыртҡыстар булһын. Улар байрамдарҙы, көндәрҙе һәм йылдарҙы күрһәтһен, – тине. –


Күк һәм ерҙең, ундағы бөтә нәмәнең яратылыуы бына шулай тамамланды.


Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр.


Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды.


Йәһүҙә батшалары элек Раббы ҡорамына ингән ерҙә, һарай әһеле Наҫан-Мәләхтең бүлмәһе янында, ҡояшҡа бағышлап аттар ҡуя торғайны. Йошияһ унан аттарҙы алды, ә ҡояшҡа арналған арбаларҙы утҡа яҡты.


Атаһы Хизкияһ емергән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙа, Бәғелдәргә ҡорбан усаҡтары төҙөтә, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙыра, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табына.


Һин – берҙән-бер Раббы. Һин күкте, күктәрҙең асманын, бөтә күк ғәскәрен, ер йөҙөн һәм ундағы бар нәмәләрҙе, диңгеҙҙәрҙе һәм ундағы бар нәмәләрҙе яраттың һәм барыһына ла йәшәү бирәһең. Күктәрҙең Һин хасил иткән бөтә ғәскәре Һиңә сәждә ҡыла.


Мөҡәддәс торлағынан ярҙам ебәрһен, Сиондан Ул һиңә таяныс юллаһын.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».


Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти:


Раббы былай ти: «Мин көн һәм төн менән килешеүҙе, күк менән ер өсөн урынлаштырған ҡанун-ҡағиҙәләрҙе үҙгәртмәгән һымаҡ,


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Тауҙарҙа боттарға килтерелгән ҡорбандарҙы ашамай, Исраил нәҫеленең боттарына табынмай, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәй; Күрем күргән ҡатынға яҡынламай,


Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм күктәге йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Исраил нәҫеле! Ҡырҡ йыл дауамында сүлдә һеҙ Миңә тип ҡорбан йәки саҙаҡа килтерҙегеҙме ни?


Улар, Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Бар ҡылыусыға түгел, ә Ул бар ҡылған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Бар ҡылыусыға иһә мәңгелек маҡтау яуһын! Амин.


Таш бәреп үлтер уны. Сөнки ул Аллаң Раббынан, һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңдан биҙҙерергә теләне.


Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ.


бойороҡтарына ҡаршы килеп, башҡа илаһтарға хеҙмәт итһә, уларға, ҡояшҡа, айға йәки башҡа күк есемдәренә табына башлаһа,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ