Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 4:1 - Изге Яҙма

1 Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп уға хужа булырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 4:1
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар менән килешеүен иҫенә төшөрҙө, Сикһеҙ мөхәббәте хаҡына шәфҡәт күрһәтте.


Яугирҙең осло уҡтары! Артыш ағасының утлы ҡуҙы!


Уларға Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын өйрәт, бараһы юлдарын күрһәт, ҡылаһы эш-ғәмәлдәрен күндер.


Раббы миңә былай тине: – Бөтә был һүҙҙәрҙе Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында иғлан ит. Әйт уларға: «Был килешеүҙең шарттарын тыңлағыҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ.


Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды бирҙем, ҡанун-ҡағиҙәләремде белдерҙем.


Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Үҙ Рухымды булмышығыҙға иңдерермен, Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәрһегеҙ, ҡанундарымды үтәрһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырырһығыҙ.


Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр.


Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы.


Минең күрһәтмәләремде тот. Төрлө тоҡомло малды тороҡторма, баҫыуыңа ике төрлө орлоҡ сәсмә, өҫтөңә ике төрлө ептән һуғылған кейем кеймә.


Минең бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы ғәмәл ҡылығыҙ. Мин – Раббы.


Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин, Раббы, һеҙҙе Үҙемә айырып алдым.


Бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ. Мин – Раббы.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Муса ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә».


Исраилдар Мысырҙан сыҡҡандың ҡырҡынсы йылында, ун беренсе айҙың беренсе көнөндә Муса Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да Исраил халҡына белдерҙе.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.


ҡарағыҙ уны, мин бөгөн һеҙгә иғлан иткән бөтә ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ.


Әгәр арағыҙҙан пәйғәмбәр йә төш юраусы килеп сыҡһа һәм һеҙгә берәй хикмәт йәки мөғжизә буласағын һөйләһә,


Йәшәйем һәм Аллаң Раббы бирәсәк ерҙе биләмәгә алайым тиһәң, ғәҙеллеккә, бары тик ғәҙеллеккә генә ынтыл.


Бөгөн мин һеҙгә әйткәндәрҙе – Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарҙы үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, Уның юлынан йөрөп, барлыҡ бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы фатихаһы менән үҙегеҙ биләргә барған ерҙә йәшәрһегеҙ һәм күп һанлы булырһығыҙ.


Мин бөгөн күк менән ерҙе шаһитлыҡҡа саҡырып, һеҙгә йәшәү йәки үлем, фатиха йәки ләғнәт һайларға тәҡдим итәм. Тормошто һайлағыҙ – ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә, тоҡомоғоҙ ҙа йәшәйәсәкһегеҙ.


Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ.


Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.


Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса исраилдарға белдергән күрһәтмәләр, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар ошо. Муса уларҙы исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Иордан йылғаһының көнсығыш ярында Бейт-Пеғорға ҡаршы үҙәндә торғанда иғлан итте. Элек бында Хешбонда идара иткән әмөриҙәр батшаһы Сихондың ере ине. Әммә Муса һәм Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң уны тар-мар итте.


Бөгөн мин һеҙгә биргән был ҡанун һымаҡ ғәҙел ҡағиҙәләре һәм ҡарарҙары булған башҡа берәй бөйөк халыҡ бармы?


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.


Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ.


Беҙ Аллабыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм, бөгөнгө көндә йәшәү биргәндәй, барлыҡ көндәребеҙҙә лә беҙгә һәйбәт булһын өсөн Раббы ошо барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә бойорҙо.


Шуға күрә бөгөн мин һеҙгә биргән бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ.


Бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ, шул сағында имен-аман йәшәрһегеҙ, ишәйерһегеҙ һәм Раббы ата-бабаларығыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә инеп, уны биләрһегеҙ.


Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан.


Тыңла, Исраил! Бөгөн һеҙҙән күберәк һәм көслөрәк ҡәүемдәрҙең ерҙәрен биләү өсөн Иордан аша сығырһың. Уларҙың ҙур, күккә олғашып торған нығытмалар менән уратылған ҡалаларын алыр өсөн


Йушағ исраилдарға бойорҙо: – Бында килегеҙ ҙә Аллағыҙ Раббы әйткәнен тыңлағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ